Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
3 Март 2022, 21:00

Өфөлә сирҙе йоҡторғандар кәмей

Ҡайһы райондарҙа сирҙе йоҡтороу осраҡтары юғары кимәлдә ҡала бирә?

Өфөлә сирҙе йоҡторғандар кәмей
Өфөлә сирҙе йоҡторғандар кәмей

Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, һуңғы тәүлек эсендә республикала 3 314 кешенең сирҙе йоҡторғаны асыҡланған. Һауыҡҡандар һаны ла артҡан – 5 054 кеше.

Әле амбулатор шарттарҙа – 34 236, стационарҙарҙа 297 ауырыу дауалана. 35 пациент ауыр хәлдә, биш ауырыу үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. Бер нисә аҙна инде вафат булғандар һаны бер кимәлдә тора, һуңғы тәүлектә тағы 20 ауырыу сирҙе еңә алмаған. 

Ҡайһы райондарҙа сирҙе йоҡтороу осраҡтары юғары булып ҡала бирә? Ауырыуҙар һанының иң юғары кимәле һуңғы тәүлектә Салауат ҡалаһында күҙәтелгән (923 кеше). Унан ҡала Стәрлетамаҡ (771), Шишмә районы (539), Октябрьский (307), Күмертау (251) ҡалалары килә. Өфөлә сирҙе йоҡторғандар һаны кәмегән - 124 кеше.

Республикала вакцинаны тулыһынса 2 331 440 граждан яһатҡан. 

Фото: ugorizont.ru

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: