Республикала COVID-19-ға ҡаршы вакцинаның беренсе компонентын һалдырғандар һаны 2 484 690 кешегә еткән. Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 10 мартҡа икенсе компонентты 2 346 397 граждан яһатҡан. Был – өлкән йәштәгеләрҙең 94,4 проценты.
Пандемия башланғандан алып төбәктәге барлыҡ 253 946 кеше коронавирус инфекцияһына тест тапшырып, ыңғай һөҙөмтә алған. Һуңғы тәүлектә яңы 2 856 осраҡ теркәлгән. Дауаханаларҙа – 246 пациент, 23-ө ауыр хәлдә, берәү үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырылған. 35 848 кеше – амбулатор дауаланыуҙа. Тәүлектә 16 сирленең ғүмере өҙөлгән, ковидтан вафат булғандарҙың дөйөм һаны - 5 370.
212 482 кеше дауахананан һауығып сыҡҡан, уларҙың 3 990-ы - кисә.
Фото: "Башинформ".