Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
8 Апрель 2022, 19:00

Улар бушлай эшләргә лә әҙер

"Беҙ кешеләрҙе матди байлыҡ ҡыҙыҡһындырғанына күнеккәнбеҙ, “текәрәк” машина, телефон алырға тырышабыҙ... Ә Луганск халҡына бындай “ялтырауыҡтар” хас түгел, улар..."

Улар бушлай эшләргә лә әҙер
Улар бушлай эшләргә лә әҙер

Әле Донбаста Башҡортостандан ике медицина бригадаһы эшләй, тағы ла республиканың йөҙләгән ирекмән-табиптары Луганск, Донецк халҡына ярҙамға китергә әҙер. Ни өсөн республика табиптары хәүеф янаған төбәккә китергә, бушлай эшләргә әҙер? Луганск Халыҡ Республикаһындағы хеҙмәттәштәренә Башҡортостан ирекмән-табиптарының беренсе бригадаһы менән ярҙамға барған Артур Мөғәллимовҡа ошо һорау менән мөрәжәғәт иттек.

– Алдан юл ярғандарға барыбер ҡыйыныраҡ. Артабан килгән ирекмәндәргә еңелерәк буласаҡ, сөнки улар беҙҙең һөйләү буйынса, үҙҙәрен нимә көтәсәген белеп, әҙерлек менән барасаҡ. Ниндәй медицина хеҙмәткәрҙәренә, ниндәй профилдәге табиптарға ихтыяж ҙур икәнен асыҡларға тейеш инек, – ти Артур Таһир улы.

Табип туғандарына ни өсөн командировкаға йыйыныуын аңлатыуҙың иң ҡыйын мәсьәлә булыуын йәшермәй.

– Донбастан әйләнеп ҡайтҡас, әсәйемдән ныҡ ҡына эләкте, – ти ул, – сөнки, конференцияға барырға кәрәк, тип алдаштырырға тура килгәйне. Аҙаҡ дөрөҫлөк барыбер ҡалҡып сыҡты.

Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының бүлек мөдире әйтеүенсә, Луганск дауаханаһында табиптарҙы шатланып ҡаршы алғандар. “Табиптар етешмәй, – тип аңлатты ул. – Беҙ ниндәй генә эш булһа ла тотонасағыбыҙҙы белдерҙек – операция эшләргә, консультация бирергә, яраларҙы бәйләргә, ауырыуҙарға сәй ташырға... Тәүлек әйләнәһенә өс аҙна эшләнек”.

Артур Мөғәллимов Луганск табиптарының профессионаллегенә, батырлығына һоҡлана. “Улар үҙҙәренең оҫталығын шул тиклем шымартҡан, камиллаштырған – һоҡланмау мөмкин түгел. Клиникала юғары технологиялы медицина ярҙамы күрһәтелмәһә лә, яралылар һәм сирлеләр тейешле медицина ярҙамын юғары кимәлдә ала”, – ти табип. Башҡортостан табиптарын, шартлауҙарға, мина ярсыҡтары осоуға ҡарамаҫтан, Донбаста үҙ ерен, тыуған илен яратҡан ысын патриоттар йәшәгәне хайран ҡалдырған.

– Ҡатмарлы хәлдә лә ҡаланы ташлап китмәйенсә, яҡты киләсәккә ышанып йәшәгән кешеләрҙең рух көсө иҫ китерлек. Ҡыйыуҙар, батырҙар, ихластар, – тип баһаланы яңы таныштарын Артур Мөғәллимов. – Беҙ кешеләрҙе матди байлыҡ ҡыҙыҡһындырғанына күнеккәнбеҙ, “текәрәк” машина, телефон алырға тырышабыҙ... Ә Луганск халҡына бындай “ялтырауыҡтар” хас түгел, улар бөтөнләй башҡа ҡиммәттәр менән йәшәй, улар өсөн иң мөһиме – миһырбанлыҡ, ярҙамсыллыҡ, яҡшы мөнәсәбәттәр... Улар менән танышҡандан һуң кешелеккә ышанысым артты.

Фото: Башҡортостан ДТРК-һы.

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: