Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
17 Апрель 2022, 21:30

Матурлыҡ һәм һаулыҡ өсөн

Тирене шымартыу, йәшәртеү өсөн бер нисә ябай битлек рецебы тәҡдим итәбеҙ.

Матурлыҡ һәм һаулыҡ өсөн
Матурлыҡ һәм һаулыҡ өсөн

Йылы, сағыу көндәр күңелде ашҡындыра, изге эштәргә илһамландыра, шул уҡ ваҡытта өҫ-башыбыҙға иғтибарлыраҡ булыуҙы ла талап итә.

Бөгөн һеҙгә бит, муйын тиреһен тарттырыу, шымартыу, йәшәртеү буйынса бер нисә битлек рецебы тәҡдим итәбеҙ. Үҙегеҙгә күсереп ҡуйығыҙ. Битлекте өй шарттарында аҙнаһына ике-өс тапҡыр эшләргә мөмкин.

1. Йомортҡа ағынан битлек. Уны ҡулланмаған ҡатын-ҡыҙ юҡтыр. Бындай битлек тиренең тығыҙлығын арттыра, "тиҙ лифтинг" һөҙөмтәһен бирә. Уны яһау өсөн бер йомортҡаның ағына ярты балғалаҡ Е витамины һәм бер нисә тамсы лимон йә әфлисун һуты ҡушып болғатабыҙ. Ҡатнашманы массаж хәрәкәттәре менән бит, муйын, түш тиреһенә һылайбыҙ. Ул тулыһынса кипкәс, йылы һыу менән йыуып төшөрәбеҙ.

2. Йомортҡаның һарыһы һәм шәкәр менән. Бер йомортҡа һарыһына бер балғалаҡ шәкәр ҡомо өҫтәп, яҡшылап туҡыйбыҙ. Килеп сыҡҡан массаны шулай уҡ массаж хәрәкәттәре менән тирегә яғабыҙ ҙа биш-ете минуттан йыуып төшөрәбеҙ. Тиренең сафланып, шымарып киткәнлеге бер тапҡыр ҡулланғандан һуң уҡ күренер.

3. Ҡаймаҡлы битлек бөтә төр тирегә лә килешә. Бер ҡалаҡ ҡаймаҡты бер балғалаҡ лимон һуты менән ҡатыштырып болғайбыҙ. Уға ниндәй булһа ла май (зәйтүн, дегәнәк һ.б.) өҫтәйбеҙ, бер нисә тамсы эфир майы (лаванда, әфлисун йәки герань) тамыҙабыҙ. Бындай составлы битлек тирене йәшәртеп кенә ҡалмай, ундағы төҫлө таптарҙы ла яйлап бөтөрә, һытҡы сығыуын иҫкәртә, тиренең тышҡы ҡатын тигеҙләй.

4. Банан менән. Яҡшы бешкән ярты бананды ике ҡалаҡ ныҡ ҡуйы һөт йәки ауыл ҡаймағы менән иҙеп, уға Е витамины ҡушып, яҡшылап болғатабыҙ ҙа 15-20 минутҡа биткә, муйынға яғабыҙ.

5. Һоло яҫмығынан яһалған битлек тә бит тиреһен тарттыра, төҫөн ағарта, сафландыра. Уны даими ҡулланғанда ваҡ һырҙарҙан да ҡотолорға мөмкин. Ике ҡалаҡ һоло яҫмығына ярты стакан эҫе һыу ҡоябыҙ ҙа 30 минутҡа ҡуйып торабыҙ. Шунан туғып күпертелгән йомортҡа ағы һәм бер ҡалаҡ бал ҡушып, яҡшылап болғатабыҙ. Ҡатнашманы бит, муйын тиреһенә һылайбыҙ. 10-15 минуттан битлекте тәүҙә һөт, шунан һыу менән йыуып төшөрәбеҙ.

Фото: avon-wish.ru

Автор:Аклима Гизатуллина
Читайте нас в