Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
22 Апрель 2022, 09:08

Икенсе робот эш башланы

BashNews
Фото:BashNews

Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһына “Да Винчи” робот системаһы килтерелде. Әгәр рәссам Леонардо  да Винчи сәнғәт әҫәрҙәре ижад иткән булһа, уның хөрмәтенә булдырылған робот иһә кешеләргә ғүмер бүләк итә. Быныһы һатып алынған аппараттарҙың икенсеһе инде.

Хирургтар операцияларҙы хәҙер юғары теүәллек менән башҡара. Табиптар күрше өлкәнән килгән иргә ҡатмарлы операция яһарға йыйына. Хирург манипуляторҙар ярҙамында механик ҡулдар менән идара итә. Табиптар яман шешле ағзаның бер өлөшөн алып ташлай.

Яңы аппаратта оҫталыҡ дәресен үткәрер өсөн Өфөгә Мәскәү белгестәре лә килгән. Операция барышы тәжрибәле табиптар аңлатмалары менән бөтә Рәсәй табиптары өсөн трансляцияланды. Онлайн рәүешендә күҙәтергә һәм һорауҙар бирергә лә мөмкин булды.

Роботлаштырылған система опе­рацияларҙы юғары кимәлдә үткәрергә ярҙам итә. Унан республика халҡы ғына түгел, күрше төбәктәрҙә йәшәүселәр ҙә файҙалана аласаҡ. Төрлө йүнәлештә эшләгән хирургтар яңы ҡорамалды яҡшы үҙләштерҙе, тимәк, “Да Винчи” тағы ла әллә күпме пациентҡа ярҙам ҡулы һуҙа аласаҡ.

Динә АРЫҪЛАНОВА 

Читайте нас: