“Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһында күсмә Сәләмәтлек үҙәктәре, күсмә флюорографтар, маммографтар, күсмә ФАП-тар һәм Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы, Республика кардиология үҙәгенең диагностика үҙәктәре ҡатнаша.
Сараға республиканың бөтә райондары йәлеп ителәсәк, ауыл кешеләренең белгестәргә күренеү, тикшеренеү үтеү, тәүге медицина ярҙамы алыу мөмкинлеге бар.
Бөгөнгәсә акция барышында 8 582 кеше ҡабул ителгән, 3 645 тикшереү үткәрелгән. 504 кешенең ҡанында глюкоза кимәле, 432 кешелә – холестерин, 677 пациентта – ҡан баҫымы, 402 кешелә тән ауырлығы юғарылығы асыҡланған. 456 кешенең тәмәке тартыуы билдәле.
Шулай уҡ социаль әһәмиәтле 521 ауырыу асыҡланған, 384 пациентта йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре булыуы билдәләнгән, 11 кешелә яман шеш сиренә, 123 кешелә шәкәр диабетына шик тыуған, өс кешегә туберкулез диагнозы ҡуйылған. Улар диагнозды раҫлау һәм яңынан тикшеренеү үтеү өсөн контролгә алынған.
Бригадалар алты районда графикка ярашлы эштәрен дауам итә: Өфө маршруты Ҡырмыҫҡалы районында эшен тамамлай (5-6 майҙа Сихонкинда); Дыуан маршруты Ҡыйғы районында эшен тамамлай (5-6 майҙа Арыҫланда); Нефтекама маршруты Мишкә районында эшен тамамлай (5 майҙа Сурайҙа, 6 майҙа Оло Сухоязда); Октябрьский маршруты Шаран районында эшен тамамлай (5-6 майҙа Яңы Йомашта); Стәрлетамаҡ маршруты Ғафури районында эшен тамамлай (5 майҙа Үтәктә, 6 майҙа Бурлыла); Белорет маршруты Белорет районында эшен тамамлай (5-6 майҙа Үрге Әүжәндә).
Эшкә бөтәһе 26 күсмә мобиль комплекс һәм 156 белгес йәлеп ителгән. Алдан яҙылырға кәрәкмәй, ҡабул итеү сират буйынса.
Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.