Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
3 Июнь 2022, 15:30

Фельдшер-акушерлыҡ пункттарын һанлаштырыу дауам итә

Фельдшерҙарҙың дәүләт мәғлүмәт системаһында бөтә ҡеүәтенә эшләүе, телемедицина мөмкинлектәрен файҙаланыуы тәүге медицина-санитар ярҙам сифатын яҡшыртасаҡ.

Фельдшер-акушерлыҡ пункттарын һанлаштырыу дауам итә
Фельдшер-акушерлыҡ пункттарын һанлаштырыу дауам итә

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығында үткән оператив штаб кәңәшмәһе барышында фельдшер-акушерлыҡ пункттарын һанлаштырыу һәм дәүләт мәғлүмәт системалары тураһында һөйләне.

Республикала 2013 йылдан алып бөтә медицина ойошмалары өсөн берҙәм дәүләт мәғлүмәт системаһы индерелде. Унда төрлө милек формаһындағы 205 медицина учреждениеһы иҫәпләнә. Яңы системала эшләү өсөн 23 меңдән ашыу хеҙмәткәр уҡытылған. Төбәктә медицина документтарының берҙәм базаһы булдырылған. Пациенттың электрон медицина картаһы мәғлүмәттәренән, ҡайһы медицина ойошмаһында теркәлеүенә ҡарамаҫтан, табиптар файҙалана ала. Тәүге звено медицина учреждениелары һанлы медицина әйберҙәре менән этаплап тәьмин ителәсәк.

Бөгөн ФАП-тарҙы диагностика ҡорамалдары, шул иҫәптән дистанцияла тапшырыу функциялы компьютер кардиографтары менән йыһазландырыу бара. Киләсәктә был эште тулыһынса башҡарыу, ҡалған 227 ФАП-ты интернет селтәренә һәм дәүләт мәғлүмәт системаһына тоташтырыу өсөн 200 миллион һум аҡса талап ителә.

– Фельдшерҙарҙың дәүләт мәғлүмәт системаһында бөтә ҡеүәтенә эшләүе, телемедицина мөмкинлектәрен файҙаланыуы тәүге медицина-санитар ярҙам сифатын яҡшыртасаҡ. Фельдшер киҫкен хәл тыуғанда тейешле ҡарарға килеү өсөн тулы клиник-диагностик картинаны баһалай аласаҡ, – тигән һығымта яһаны Айрат Рәхмәтуллин.

Фото: Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: