Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
6 Июль 2022, 16:15

Баш ҡалҡытмаһа ярар ине...

Әле  Италияла тәүлегенә сирҙе йоҡтороуҙың – 132 мең, Францияла  200 мең осрағы теркәлгән. Француздар коронавирустың етенсе тулҡыны көсәйеүенә хәүеф белдерә

Баш ҡалҡытмаһа ярар ине...
Баш ҡалҡытмаһа ярар ине...

Башҡортостанда коронавирусҡа коллектив иммунитет ни бары 20,7 процент ҡына тәшкил итә. Хәл бик хәүефле,  тип белдерҙе Хөкүмәт кәңәшмәһендә “Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе Анна Казак. Уның әйтеүенсә, эпидемиологик миҙгел башланыуына ике ай ғына ҡалып бара.

“Европа илдәрендә коронавирус инфекцияһы таралыуы башланды, шул иҫәптән ауыр сир осраҡтары ла”, – тине Анна Казак. Ковидҡа ҡаршы вакцинаның беренсе компонентын уны яһатырға тейешле халыҡтың  116,9 проценты алған, тулыһынса 109,5 проценты яһатҡан. Ревакцинацияны 637 мең 698 кеше үткән. Сил илдән ҡайтыусылар һуңғы ярты йылда  ковид менән  ауырымаған йәки вакцина ҡаҙатмаған осраҡта элеккесә коронавирусҡа ПЦР-тест тапшырырға һәм “Дәүләт хеҙмәттәре” нә һөҙөмтәләрен һалырға тейеш. Ата-әсәләр шулай уҡ балалар учреждениеларында ойошторолған күләмле сараларҙа ҡатнаша алмай.

Ә донъя илдәре яңынан коронавирус менән зарарланыуҙың яңы тулҡынын кисерә.   Пандемия башланғандан алып Ер йөҙөндә бөтәһе 550 миллион 34 меңгә яҡын кешенең үлемесле вирусты эләктереүе һәм 6 миллион 340 мең кешенең вафат булыуы билдәле. Әле Италия һәм Францияла  сирлеләр көн дә арта. Италияла тәүлегенә сирҙе йоҡтороуҙың – 132 мең, Францияла  200 мең осрағы теркәлгән. Француздар коронавирустың етенсе тулҡыны көсәйеүенә хәүеф белдерә.  Тимәк, беҙгә лә тынысланырға әмәл юҡ, һаҡланыу сараларын күрергә кәрәк.

 

Фото:Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: