Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
8 Июль 2022, 10:00

Өсөнсө йыл эҙәрлекләй...

"Вирус тағы ла үҙгәрәсәк, иммун системаһының уның менән осрашыуға әҙер булыуы кәрәк", - ти белгес.

Өсөнсө йыл эҙәрлекләй...
Өсөнсө йыл эҙәрлекләй...

Көҙ беҙҙе ниндәй сюрприздар менән ҡаршылар, эпидемиологик хәл  йәнә насарланмаҫмы? Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш инфекционисы, Башҡорт дәүләт медицина университетының йоғошло ауырыуҙар кафедраһы мөдире Дамир Вәлишин “Электрогазета”ға биргән интервьюһында түбәндәгеләрҙе белдергән.

– Ковид беҙҙе бына өсөнсө йыл инде эҙәрлекләй, халыҡтың сәләмәтлеге ҡаҡшаны. Үҙеңде хәүефһеҙ тойоу өсөн мотлаҡ ревакцинация кәрәк. Вирус тағы ла үҙгәрәсәк, иммун системаһының уның менән осрашыуға әҙер булыуы кәрәк. Айырыуса был хәүеф төркөмөнә ҡараған, хроник сирҙәргә дусар кешеләргә ҡағыла.

Донъяла сирҙең етенсе тулҡыны башланды. Израилдә ковидтың яңы күтәрелеше бара, Италияла, Америкала ауырыуҙар арта. Беҙгә тынысланырға ярамай. Көҙгөһөн киҫкен респиратор вируслы сирҙәр менән бер рәттән, коронавирус инфекцияһы баш күтәреүе ихтимал. Ошо ваҡытҡа тиклем халыҡтың хәүефле төркөмгә ҡараған өлөшө вакцина йәки ревакцинация яһатыg өлгөрөргә тейеш.

Ҡайһы штамм килер? Әлегә әйтеүе ҡыйын. Сирҙең нисек үтеүе кешенең сәләмәтлек торошона бәйләнгән. Коронавирус инфекцияһы нигеҙҙә ҡан тамырҙарына зыян килтерә.

Ҡасан вакцина яһатыу уңайлыраҡ? Яңы тулҡын башланғанға тиклем бер ай элек яһатыу отошло. Беренсе компонентты июлдә, икенсеһен август урталарында яһатһағыҙ, яҡшы булыр. Әгәр ҙә быға тиклем  вакцина яһатҡанһығыҙ икән,  августа бер компонентлы “Спутник  Лайт” менән ревакцинация яһау ҙа етә.

Фото:Ria.ru

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: