Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
11 Июль 2022, 22:00

Нимә ул витилиго?

Кеше әгәр тәрән стресс кисерһә, тәндең ағара башлауы ихтимал, тиҙәр. Бәлки һеҙ был ауырыуҙы дауалау юлдарын беләһегеҙҙер?

Нимә ул витилиго?
Нимә ул витилиго?

Ҡайһы бер сирҙәрҙән дауа булмаған шикелле, витилиго алдында ла табиптар көсһөҙ. Бөгөн ер шары халҡының ике проценты тирәһе ошо ауырыуға дусар. Уның йылдан-йыл арта барыуын да йәшермәй аҡ халатлылар.

Витилиго, тимәк, тән ағара. Ошо сир кешеләрҙә башлыса 10 йәштән 30 йәшкә хәтлем арауыҡта башлана, һирәк осраҡта ғына өлкән йәштә беленә башлай. Ул - аҙаҡҡаса өйрәнелмәгән ауырыуҙарҙың береһе. Витилиго тәндең теләһә ҡайһы урынында башланыуы мөмкин, ваҡыт үтеү менән майҙаны ла киңәйә бара.

– Кеше әгәр тәрән стресс кисерһә йәки эске органдарҙың эшмәкәрлегендә ҡапыл тайпылыш булһа, хатта бармаҡ йәки бүтән урын киҫелгән осраҡта ла тән ағара башлауы ихтимал, – тип фараз итә табиптар.

Сир аҙмаһын өсөн, иң беренсе ҡояш нурҙарынан һаҡланыу кәрәклеген иҫкәртә белгестәр, шул ваҡытта уны туҡтатыу өсөн төрлө маздар ҡулланырға ла ҡушалар. Хәйер, бер табиптың кәңәше хәтергә уйылған. “Билдәле бер артист күп итеп ер еләге ашаған һәм тәненең ағарған өлөшө киренән үҙ хәленә ҡайтҡан”, тигәйне ул.

Әле ошоға хәтлем витилиго бер кемде лә аяҡтан йыҡмаған, бары тик кешенең тышҡы ҡиәфәтендә генә сағылыш тапҡан.

Бәлки һеҙ был ауырыуҙы дауалау юлдарын беләһегеҙҙер? Кәңәштәр яҙыуығыҙҙы һорайбыҙ. 

Фото: traveltimes.ru

Нимә ул витилиго?
Нимә ул витилиго?
Автор:Илдар Акьюлов
Читайте нас: