Хәйбулла районының Әбүбәкер ауылында көн һайын тиерлек төрлө саралар гөрләп үтә. Кисә Башҡортостан Башлығы гранттары фонды ярҙамында уҙғарылған «Айыҡ ауыл» проекты сиктәрендә Әбүбәкер мәҙәниәт йортонда "Юғалтмайыҡ тиһәк кешелекте, туҡтатайыҡ эскелекте!" исеме аҫтында урамдар араһындағы эстафета дауам итеп, был юлы Юрий Гагарин, Зәки Вәлиди, Мәжит Ғафури урамдары халҡы сәхнәгә сыҡты.
Әбүбәкер ауылы мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре белдереүенсә, ярты ауыл сәхнәлә сығыш яһаһа, ҡалғандары тамашасы ролендә булған. Улар хөкөмөнә "Кис ултырыу" йолаһы тәҡдим ителгән. Йөн тетеп, йөн иләп, яугирҙәргә ойоҡбаштар бәйләп, әҙерләгән улар сәхнәләштерелгән күренеш барышында.
Тамашала ошо урамдарҙа йәшәгән хеҙмәт ветерандары һәм һуғыш балаларының ҡатнашыуы сараға айырыуса мәртәбә өҫтәгән. Ололар менән бер рәттән үҫеп килеүсе йәш быуындың да ошо тарих биттәренә ҡағылыуы айырыуса әһәмиәтле. Киң залды яңғыратып моңло йырҙары менән ҡатын-ҡыҙҙар һәм айырым ир-егеттәр вокаль ансамблдәре халыҡ күңелен күтәргән. Эстафетаны башлап ебәреүсе урамдар кеүек үк ныҡлы әҙерлек менән сығыш яһаған был урамда йәшәүселәр ҙә.
Был юлы ла уңғанбикәләр башҡорт халҡының милли аштарынан, ҡул эштәренән торған күргәҙмәләр ойошторған. Конкурс шарттары буйынса еңеүсене билдәләү маҡсат итеп ҡуйылһа ла, дуҫлыҡ еңде был мәртәбәле сарала. Сөнки бөтә урамдар ҙа сәмләнеп, дәртләнеп ныҡлы әҙерлек менән килгән. Иң мөһим бүләккә барыһы ла лайыҡ булды - ул рух берлеге!
Фото һәм сығанаҡ: Әбүбәкер ауылы төркөмөнән.