Пандемия башланғандан алып барлығы 348846 кешенең коронавирус инфекцияһы менән сирләүе теркәлгән.
5 февралгә ҡарата мәғлүмәттәргә ҡарағанда, әле 171 кеше – дауаханала. Уларҙың 111-е – өлкән йәштәгеләр. Өйҙә 1 мең 491 кеше дауалана. Уларҙың 435-е – оло йәштәгеләр. Бер тәүлектә бер кеше ковид ҡорбаны булған.
Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлаған тип тиккә әйтмәгәндәр. Сәләмәтлегегеҙгә ҡарата һаҡсыл булығыҙ, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы заман зәхмәтенән ҡурсалағыҙ, миҙгел сирҙәренә бирешмәгеҙ, уларға алдан “тышау һалығыҙ”.
Фото: rsute.ru