Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
5 Февраль 2023, 07:00

Елдәй осто саңғылар...

Көсөргәнешле һәм сәмле ярыш һис тә Олимпия уйындарынан кәм булманы.

Елдәй осто саңғылар...
Елдәй осто саңғылар...

Әбйәлил районы үҙәге Асҡарҙа Башҡортостандың Спорт министрлығы ойошторолоуға 100 йыл тулыуға арналған мәктәп уҡыусылары араһында саңғы уҙыштары буйынса район беренселеге үтте.

Район уҡыусылары элек-электән саңғыла йөрөү буйынса республикала иң алдынғылар рәтендә. Был юлы ла ярыш үҙенең көсөргәнешле һәм сәмле булыуы менән һис кенә лә Олимпия уйындарынан кәм булманы.

Ярыштарҙа райондың биш мәктәбенән йәш саңғысылар ҡатнашты. Төрлө категорияла һәм дистанцияла беренсе урындарҙы Вилүр Әлибаев (Әбделмәмбәт урта дөйөм белем биреү мәктәбе), Илина Ишбулдина (Күсем руднигы), Ансар Ильясов (Әбделмәмбәт), Айгүзәл Зийәева (Ҡаҙмаш), Илшат Сафин һәм Лена Исҡужина (икеһе лә Әбделмәмбәт) яуланы.

Күренеүенсә, күп призлы урындар ауыл мәктәбе уҡыусыларына тура килә, ә бына район үҙәге Асҡар мәктәптәрендәге уҡыусыларҙың саңғыла бөтөнләй урын алмауҙары ҙур һорау тыуҙыра. 

Фото: Ласын Усманов.

Елдәй осто саңғылар...
Елдәй осто саңғылар...
Елдәй осто саңғылар...
Елдәй осто саңғылар...
Елдәй осто саңғылар...
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: