Пандемия башланғандан алып, 350 мең 161 кеше сирләгән. Уларҙың 237-һе һуңғы тәүлектәрҙә ауырыған. 151 кеше – дауаханала, уларҙың 535-е – 60 йәше тулғандар. Өйҙә 1785, шул иҫәптән өлкән йәштәге 535 кеше дауалана.
Һәр кемдең иммунитеты йәшәү рәүешенә бәйле. Әгәр өйҙә йәки бинала даими ултырһаң, саф һауа һуларға һирәк сыҡһаң, майлы аҙыҡ менән даими туҡланһаң, спиртлы эсемлектәр менән мауыҡһаң, организм төрлө вирустар һәм бактерияларға тиҙ бирешә.
Әлбиттә, көслө иммунитет коронавирустан 100 процент һаҡламаһа ла, төрлө сирҙәргә бирешеп барыу-бармауың тап уға бәйле.
Фото: theflowers.su