“Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар” тип тиккә генә әйтмәгәндәр: халыҡты бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк менән зарарланыу хәүефе тураһында иҫкәртәбеҙ.
Был сирҙе башлыса йорт һәм ҡыр сысҡандары тарата. Вирус, нигеҙҙә, кимереүселәрҙең кибеп, саң менән һауаға таралған бүлендеһе аша тын алғанда йәки тирегә, күҙгә, танауға, ауыҙға эләккән осраҡта күсә. Ауырыуҙы йоҡтороу ҡурҡынысы йәйге-көҙгө осорҙа тәбиғәттә, баҡсала янаһа, ҡышын көнкүрештә, етештереүҙә йыш күҙәтелә. Был ҡыр сысҡандарының торлаҡ һәм етештереү биналарына эйәләүенә бәйле. Ҡар аҙ икән, өҫтәүенә һауа температураһы йыш үҙгәреп торһа, кимереүселәр йыш ҡына урмандан торлаҡ биналарға күсеп йөрөүсән, тип хәбәр итә белгестәр.
Геморрагик биҙгәккә ҡаршы ниндәй ҙә булһа вакцина йәки иммуноглобулин юҡ, шуға уны дөйөм санитария ҡағиҙәләрен үтәп кенә иҫкәртеп була. Тағы ошо хаҡта белеү зарур: сысҡан биҙгәге кешенән кешегә йоҡмай.
Төп иҫкәртеү сараларына түбәндәгеләр инә:
* иҫке бинаны емергәндә, бесән, һалам өйгәндә һәм башҡа саңлы эш атҡарғанда бирсәткә, респиратор, битлек кейеүҙе ғәҙәт итегеҙ;
* сысҡандар йөрөгән хужалыҡ ҡаралтыларында эшләр алдынан яҡшылап елләтегеҙ, дезинфекция сараларын ҡулланып йыуып сығарығыҙ. Юғиһә, саңда был биҙгәк вирусының һаҡланыуы ихтимал;
* аҙыҡ-түлекте ябыҡ һауыттарҙа һаҡлағыҙ;
* эш ваҡытында тартмағыҙ, юғиһә, тәмәке менән ауыҙығыҙға вирус индереү хәүефе янай;
* үлгән йәки тере сысҡандарҙы бирсәткәһеҙ тотмағыҙ;
* баҡса йортонда, дачала түшәк кәрәк-ярағын өс-биш сәғәт ҡояшта киптерегеҙ.
Зарарланғандан алып ауырыуҙың тәүге билдәләре күренгәнгә тиклем – ике-өс, һирәк осраҡта ғына ете аҙна ваҡыт үтә. Ауырыу ҡапыл башлана: тән температураһы 39-40 градусҡа тиклем күтәрелә, баш һәм мускулдар, бил, эс ауырта. Ҡайһы берҙә танауҙан ҡан ағыуы ихтимал, күҙҙең күреү һәләте кәмей, бөйөр эшмәкәрлеге боҙола. Сирҙең тәүге билдәләрен асыҡлау менән дауалау ойошмаһына мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы ваҡытта бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк сирҙәренең артыуы күҙәтелә. Башҡортостан был сир өсөн эндемик зона булып тора, шуға был хаҡта онотмағыҙ, һаулығығыҙ тураһында хәстәрлек күрегеҙ.
Айһылыу НИЗАМОВА