Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
20 Февраль 2023, 14:15

Коронавирус һаман арта

Сирләү кимәле уҙған аҙна менән сағыштырғанда 15 процентҡа артҡан

Коронавирус һаман арта
Коронавирус һаман арта

Башҡортостанда коронавирус инфекцияһы менән сирләү кимәле уҙған аҙна менән сағыштырғанда 15 процентҡа артҡан. Был хаҡта Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Азат Рәхмәтуллин һөйләне.

Республиканың йоғошло сирҙәр госпиталдәрендә сирлеләр өсөн 340 урын әҙерләнгән, буш койка фонды 31 процент тәшкил итә. Уҙған тәүлектә республикала коронавирус йоҡтороуҙың 278 осрағы асыҡланған, тип өҫтәне Азат Рәхмәтуллин. Кисә ике кеше был сирҙән вафат булды.

Башҡортостанда ОРВИ менән сирләү ҙә арта. Һуңғы аҙнала үҫеш 3,9 процент тәшкил иткән.

Фото: 24newnews.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: