Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
1 Март 2023, 11:45

Халыҡтың 10 проценты ғына иммунитетҡа эйә

Тағы 10 процентында тыумыштан иммунодефицит: улар йыш сирләй. 

Халыҡтың 10 проценты ғына иммунитетҡа эйә
Халыҡтың 10 проценты ғына иммунитетҡа эйә

Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында хәбәр итте:

“Яҙҙың тәүге көнөндә Бөтә донъя иммунитет көнө билдәләнә. Был көндө табиптар йәнә сәләмәтлеккә һаҡсыл ҡараштың мөһим икәнлеге хаҡында иҫкәртә.

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, кешеләрҙең 10 проценты ғына күп сирҙәрҙән һаҡлаған иммунитетҡа эйә. Тағы 10 процентында тыумыштан иммунодефицит: улар йыш сирләй. Ҡалған 80 процент кешеләрҙең иммунитеты тормош шарттарына һәм рәүешенә бәйле.

Һуңғы өс йылда, тотош донъя  COVID-19 менән “осрашҡанда” был көн айырыуса ҙур әһәмиәткә эйә. Тик коронавирус инфекцияһы сәләмәтлегебеҙ өсөн берҙән-бер хәүеф кенә түгел, вирустар “йоҡламай” һәм, яңы хәүеф уятып, даими үҙгәрә. Уларҙың барыһына ла ҡаршы тороу өсөн ныҡлы иммунитетҡа эйә булырға кәрәк. Ул иһә беҙҙең йәшәү рәүешебеҙгә, дөрөҫ туҡланыуыбыҙға, зыянлы ғәҙәттәрҙең юҡлығына бәйле.

Үҙеңде яҡшы тойоу һәм эске органдарҙың яҡшы эшләүе өсөн иммунитетты даими нығытырға, үҙ ваҡытында вакцина яһатырға кәрәк.

Күптән инде аҡ халатты костюмға алмаштырҙым, әммә һәр ваҡыт ғаиләмә һәм яҡындарыма сәләмәт тормош алып барығыҙ, спорт күнекмәләре эшләгеҙ, сынығығыҙ, тип әйтәм. Ә сәләмәт туҡланыу иммун системаһының әүҙемлеген күтәрергә һиҙелерлек булылыҡ итер.

Сәләмәт булығыҙ!”

Фото, сығанаҡ: zabelinm

Автор: Айһылыу Низамова
Читайте нас