Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
3 Март 2023, 14:51

Ҡартайырға ашыҡмайыҡ!

webmg.ru
Фото:webmg.ru

Йәшлекте кире ҡайтарып булмай, ә бына һаулыҡты нығытып, иммунитетты күтәреп, ҡартлыҡты бер аҙ кисектерергә мөмкин, тип раҫлай ҡайһы берәүҙәр. Уның өсөн үҙеңә нимәлер эшләргә, тырышырға кәрәк.

Был рецепт өлгөһөн беҙгә бер уҡыу­сыбыҙ тәҡдим итте. “Уны үҙемдә һына­ғанмын. Һөҙөмтәһе бар: тирем шымарҙы, сәс ҡуйырҙы, хатта ағармай башлаған һымаҡ, күҙ яҡшыраҡ күрә башланы. Ә, бәлки, был сараны ҡулланғандан ғына ла түгелдер, мин, ғөмүмән, сәләмәт тормош алып барам, гармонияла йәшәргә өйрәндем”, – ти ул.

Был сараны әҙерләү өсөн кәрәк: 4/5 стакан етен майы, вағыраҡ дүрт лимон, өс баш ҙур һарымһаҡ, бер килограмм бал.

Таҙартылған һарымһаҡты, ҡабығы менән ике, ҡабыҡһыҙ ике лимонды ит турағыстан үткәреп, уға май һәм бал ҡушып, яҡшылап болғатабыҙ. Шифалы ризыҡты көнөнә өс тапҡыр берәр ҡалаҡ ашарҙан алда ҡабып ҡуйырға. Ундағы ингредиенттарҙың бөтәһе лә килешһә, йәғни аллергия булмаһа, уны даими ҡулланырға ла мөмкин. Бер айҙан һуң бер аҙна тәнәфес яһап, артабан дауаланабыҙ. Массаны тығыҙ ябылған быяла һауытта һыуытҡыста һаҡларға.

Бындай ҡушылманың ярҙам итеүе бер ҙә осраҡлы түгел, сөнки ингредиенттарҙың барыһы ла файҙалы элементтарға, витаминдарға бик бай.

Етен майы – үҫемлек гормоны, холестерин бляшкаларын иретә, лимон менән бергә ҡушҡанда бигерәк көслө сара килеп сыға – үт юлдарын таҙарта. Лимондағы С витамины – яҡшы антиоксидант, йөрәкте нығыта, һарымһаҡ ҡан тамырҙарын таҙарта, бал уларҙы туҡландыра, яңырта, йәшәртә.

Әҡлимә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА

Читайте нас: