Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
26 Март 2023, 05:00

Бөрйәндә - яңы етәксе

Уға эшендә уңыштар теләйбеҙ!

Бөрйәндә - яңы етәксе
Бөрйәндә - яңы етәксе

Бөрйәндә яңы етәксе эш башланы: үҙәк район дауаханаһына Линар Ҡыҙрасов баш табип итеп тәғәйенләнде. 

Линар Алик улы Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында медицина хеҙмәткәрҙәре Гүзәл һәм Алик Ҡыҙрасовтар ғаиләһендә тәүге бала булып тыуған. 2011 йылда Башҡортостан дәүләт медицина университетының “Дауалау эше” бүлеген тамамлаған. Унан һуң тағы һөнәри әҙерлек үткән. Шулай уҡ Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлаған.

Төп йүнәлеше – хирург-травматолог.

2012 йылда Аҡъяр поликлиникаһындда хирург булып эш башлаған. Артабан - Өфөләге 44-се поликлиникала хирург. 2017 йылдан Сибай поликлиникаһында - хирург-ортопед, 2018 йылдан хирургия бүлеге мөдире булған.

Өйләнгән, ҡатыны менән ике бала тәрбиәләйҙәр.

Линар Алик улына яңы вазифаһында уңыштар теләйбеҙ!

Фото: "Сибай ҡала үҙәк дауаханаһы" сайты.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: