Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
28 Март 2023, 22:20

"Бындай учреждениеларҙа – йәмғиәтебеҙҙәге иң яҡлауһыҙ кешеләр"

Благовещенда ололар өсөн психоневрология интернатын яңырталар

"Бындай учреждениеларҙа – йәмғиәтебеҙҙәге иң яҡлауһыҙ кешеләр"
"Бындай учреждениеларҙа – йәмғиәтебеҙҙәге иң яҡлауһыҙ кешеләр"

28 мартта Благовещен районына эш сәфәре барышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Благовещен психоневрология интернатының 60 урынлыҡ яңы ике ҡатлы торлаҡ корпусын ҡараны.

Учреждение хроник психик сирле оло йәштәгеләрҙе һәм инвалидтарҙы реабилитациялау менән шөғөлләнә. Интернат бөтә республиканан 400-гә яҡын кешене хеҙмәтләндерә. Ҡайһы бер тәрбиәләнеүселәр өлөшләтә йәки тулыһынса үҙ-үҙен ҡарау һәләтен юғалтҡан һәм даими медицина ярҙамына мохтаж.

Яңы корпус төҙөлөшөн 2022 йылдың ғинуарында “Демография” милли проекты сиктәрендә башлағандар. Беренсе сираты тамамланған. 408 миллион һум күләмендә аҡса федераль һәм республика бюджеттарынан бүленгән. Радий Хәбиров палаталарҙы, буфетты, ял итеү зонаһын һәм медицина посын ҡараны.

Интернат директоры Айҙар Әйүпов һөйләүенсә, яңы корпустағы беренсе ҡат аҙ хәрәкәтсән халыҡты урынлаштырыу өсөн тәғәйенләнгән, бүлмәләрҙә бөтәһе 24 кеше йәшәй ала. Икенсе ҡатта 36 оло йәштәге кеше урынлаштырыласаҡ. Һәр бүлмә персоналды саҡырыу төймәһе һәм видеокүҙәтеү ҡорамалы менән йыһазландырылған. Бында шулай уҡ процедура бүлмәләре һәм социаль адаптация кабинеты йыһазландырылған, унда ҡунаҡтарҙы үҙҙәрен ҡарарға өйрәтәсәктәр. Пациенттарҙың теләктәрен иҫәпкә алып, икенсе ҡатта ғибәҙәт залы асылған.

– Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн мөмкин тиклем уңайлы шарттар булдырырға тырыштыҡ. Беренсе ҡаттағы бүлмәләр урамға – парк зонаһына айырым сығыу урыны менән йыһазландырылған, – тип хәбәр итте Айҙар Әйүпов. – Һәр корпуста буфет бар, унда ашхананан ҡайнар аш килтерәбеҙ. Тиҙҙән интернатта гимнастика залын асабыҙ.

Төҙөүселәр ҡаҙанлыҡты ла яңырта. Ә интернат эргәһендәге паркта өс мең квадрат метрҙан ашыу майҙанда бәләкәй архитектура формалары һәм спорт ҡорамалдары ҡуйыласаҡ. Яңы корпусты файҙаланыуға тапшырыу ғәмәлдәге биналарҙы бушатырға мөмкинлек бирәсәк. Ололарҙы ике һәм өс урынлыҡ палаталарға урынлаштырасаҡтар.

Радий Хәбиров психоневрология интернатының эшләгән корпусында ла булды. Республика етәксеһе пациенттар менән аралашты, туҡланыу сифаты менән ҡыҙыҡһынды, ашхананы ҡараны.

Башҡортостан Башлығы яңы корпустың сираттағы төҙөлөшөнә аҡса бүлергә ҡушты һәм республиканың социаль яҡлау учреждениеларын яңыртыуҙы дауам итәсәген белдерҙе.

– Республика социаль хеҙмәтләндереү өлкәһендәге бөтә мәсьәләләрҙе яйлап хәл итәсәк, – тине Радий Хәбиров. – Бындай учреждениеларҙа – йәмғиәтебеҙҙәге иң яҡлауһыҙ кешеләр. Һәм уларға мотлаҡ ярҙам итергә, ғәҙәти шарттар булдырырға кәрәк. Яңы корпус – дауалау һәм йәшәүҙең нисек ойошторолоуына миҫал.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы:

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас: