Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәт булайыҡ
30 Март 2023, 20:50

"Яңы" йөрәк ғүмерҙе оҙайта

Кеше трансплантациянан һуң ғәҙәттәгесә йәшәй башлай, ҡайһы берәүҙәрҙең хатта сабыйҙары тыуа...

"Яңы" йөрәк ғүмерҙе оҙайта
"Яңы" йөрәк ғүмерҙе оҙайта

Бөгөн Башҡортостанда йөрәкте күсереп ултыртыу буйынса операция үткәрелгән 80 кеше йәшәй. Был хаҡта кардиология үҙәгенең баш табибы Ирина Николаева “Сәләм” тапшырыуында һөйләне. Башҡортостанда йөрәкте трансплантациялау менән 2013 йылдан алып шөғөлләнәләр. 39 пациентҡа операцияны республика табиптары яһаған.

“Йөрәкте күсереп ултыртыу бик етди патология осраҡтарында яһала. Мәҫәлән, һуңғы стадиялағы хроник йөрәк етешмәүсәнлегендә. Ул ишемия, инфаркттан һуңғы кардиосклероз йәки кардиомиопатия сирҙәре булғанда яһала. Операция әллә ни ҡатмарлы түгел, өс-дүрт сәғәт дауам итә. Әлбиттә, ул бушлай үткәрелә. Көтөү срогы бар, кемгәлер  әмәлиәтте республикала, кемгәлер федераль үҙәктәрҙә яһайҙар”, – тип аңлатты Ирина Николаева.

 “Кеше трансплантациянан һуң ғәҙәттәгесә йәшәй башлай, ҡайһы берәүҙәрҙең хатта сабыйҙары тыуа”, тип тә өҫтәне табип.

 Фото: “Башинформ”.

 

 

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: