Ҡояш нурҙарын йәлләмәй, тирә-яҡҡа йылыһын һәм яҡтылығын өләшә. Ҡояш нурҙарынан һаҡлаусы күҙлектәр кейергә ваҡыт етте. Хәҙер уларҙың ниндәй генә төрлөләре юҡ, ҙурлыҡтары, формалары, линзалар төҫтәре буйынса үҙеңә оҡшағанын һайларға мөмкин. Бындай күҙлектәр күҙҙәрҙе зарарланыуҙан һаҡлай, катаракта үҫешеүе ихтималлығын кәметә, хатта тире яман шеше барлыҡҡа килеүен иҫкәртә, ти табиптар. Ультрафиолет нурҙарынан 99-100 процентҡа һаҡлаусы күҙлектәрҙе һайлағыҙ. Улар ни тиклем ҙурыраҡ, һаҡлау кимәле лә юғарыраҡ. Күҙҙәр тирәләй ваҡ ҡына йыйырсыҡтар хасил булыуҙан да күҙлектәр һаҡлар.
Динә АРЫҪЛАНОВА