Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
9 Апрель 2019, 14:35

Афарин, башҡортса сығыш яһаны!

– Бөгөн беҙҙә тарихи көн! Парламентта беренсе тапҡыр башҡортса сығыш яһанылар, – тине спикер Константин Толкачев.

– Бөгөн беҙҙә тарихи көн! Парламентта беренсе тапҡыр башҡортса сығыш яһанылар, – тине спикер Константин Толкачев.
Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 9 апрелдәге пленар ултырышында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республика Хөкүмәтенең 2018 йылғы эшмәкәрлеге тураһында отчет менән сығыш яһаны. Отчетҡа аңлатма биргәндә депутат Әлфәрис Байсурин, парламентарийҙарға синхрон аудиотәржемәсене файҙаланырға тәҡдим итеп, башҡорт телендә телмәр тотто.
Радий Хәбиров та үҙенең сығышын халыҡ мәҡәле менән йомғаҡланы.
– Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй, – тине ул. – Киләсәктә юғарыраҡ бурыстарға тотоноп, уларҙы бергәләп тормошҡа ашырасаҡбыҙ.