Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
9 Апрель 2019, 18:50

Башҡаса газонға менмәгеҙ! Штраф ҡаты

Кисә Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары пленар ултырышта республиканың Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексына үҙгәрештәр ҡабул итте. Унда һүҙ автомобилдәрен газонда, балалар һәм спорт майҙансыҡтарында ҡалдырған кешеләргә штраф һалыу тураһында бара.

Кисә Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары пленар ултырышта республиканың Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексына үҙгәрештәр ҡабул итте. Унда һүҙ автомобилдәрен газонда, балалар һәм спорт майҙансыҡтарында ҡалдырған кешеләргә штраф һалыу тураһында бара. Законды ҡабул итеү өсөн 92 депутат ыңғай тауыш бирҙе, һигеҙе ҡаршы булды.
Закондың проекты 28 мартта беренсе уҡыуҙа ҡабул ителеп, эшләп бөтөрөүгә ебәрелгәйне. Апрель башында парламенттың ошо йүнәлештәге комитетында ҡайһы бер депутаттар тәҡдим иткән һигеҙ төҙәтмә ҡаралды. Фекер алышыуҙан һуң, улар кире ҡағылды.
Һуңғы редакцияла йәшелләндерелгән биләмәнең аталышы ғына үҙгәртелде. Был – “ҡойма ташы (поребрик, бордюр) менән сикләнгән һәм (йәки) йәйәүлеләр, велосипед юлдары менән сиктәш булған үлән, сәскә, ағас, ҡыуаҡлыҡтар менән ҡапланған ер участкаһы”.
Дүшәмбе көн үткән Хөкүмәттәге оператив кәңәшмә мәлендә, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров был законды тиҙерәк ҡабул итеү кәрәклеге тураһында белдергәйне.
– Һеҙгә әхлаҡи яҡтан дөрөҫ булмаған әҙәмдәрҙең ошо газондарға менеп, уны “һөргәне”, балалар майҙансыҡтарын тапатҡаны оҡшаймы? Туҡтатығыҙ быны. Был бәләкәй проблема түгел – ә цивилизация, халыҡтың уңайлы тормошо проблемаһы, – тине Радий Хәбиров.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, штрафтар түбәндәгесә буласаҡ: граждандар өсөн – бер мең һумдан ике меңгәсә, вәкәләтле кешеләр өсөн – биш меңдән 10 меңгәсә, ойошмалар өсөн – 20 мең һумдан 30 меңгәсә. Ҡабатлап закон боҙоусылар өсөн штраф артасаҡ: граждандар өсөн – өс меңдән дүрт меңгәсә, вәкәләтле кешеләргә – 15 меңдән 20 меңгәсә һәм ойошмалар өсөн – 35 меңдән 50 мең һумғаса.
– Протокол төҙөү һәм штрафтар яҙыу эше менән райондар янындағы административ комиссиялар шөғөлләнәсәк. Шулай уҡ газонға, балалар һәм спорт майҙансыҡтарындағы автомобилдәрҙе күргән кешеләр ҙә ошо уҡ комиссияға мөрәжәғәт итә аласаҡ, – тине республика парламентының Дәүләт төҙөлөшө, хоҡуҡ тәртибе һәм суд мәсьәләләре буйынса комитеты рәйесе Владимир Нагорный.
Уның һүҙҙәре буйынса, закон ҡабул ителеү менән административ комиссиялар аныҡ эшләгән ҡоралға эйә була. Штрафтар өҫтәмә туҡталҡа урындары һәм сикләүсе ҡорамалдар ҡуйыу мөмкинлеге бирәсәк.
Читайте нас в