Ошо көндәрҙә төбәгебеҙҙең ижтимағи-сәйәси тормошонда тағы бер әһәмиәтле ваҡиға булды: Башҡортостан Республикаһының ойошторолоуына – 100, БР Конституцияһына 25 йыл тулыу айҡанлы, республиканың Конституция Суды тарафынан Башҡортостандың конституцион-хоҡуҡи акттар йыйынтығы һәм БР Конституцияһына тарихи-хоҡуҡи комментарийҙар әҙерләп баҫтырылды һәм уларҙың исем туйы ойошторолдо.
Тантананы асып, республикабыҙҙың Конституция Суды Рәйесе, республика Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, Башҡортостандың атҡаҙанған юрисы, юридик фәндәр докторы, профессор Зөфәр Йәнекәев китапты әҙерләүселәргә, мәҡәләләр авторҙарына рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
– Конституция – һәр дәүләттең төп законы. Илдең ҡануниәте ошо Төп документтан тайпылмаҫҡа тейеш. Башҡортостандың Конституцияһы былтыр декабрҙә 25 йыллығын билдәләне. Уны ҡабул иткән осорҙо яҡшы хәтерләйем. Республика тормошондағы тарихи осор ул, – тине.
Башҡортостандың Конституция Суды сағыштырмаса күптән түгел - бынан 22 йыл элек барлыҡҡа килгән. Ул респуб¬ли¬каның абруйлы дәүләт власы орган¬дарының береһе булараҡ танылып өлгөрҙө, эшмәкәрлеге граждандарҙың конституцион, сәйәси, социаль-иҡтисади хоҡуҡтарын яҡлауға йүнәлтелгән.
Баҫманы әҙерләп баҫтырыуҙа БР Конституция Суды судьялары, Суд Секретариаты, Башҡортостан Фәндәр академияһы хеҙмәткәрҙәре, ғалимдар, дәүләт власы органдары вәкилдәре ҡатнашҡан. 40 кешелек авторҙар коллективының 12-һе – фән докторы, 22-һе – фән кандидаты.
Баҫма республика Конституцияһының нормаларына төплө аңлатма биреүҙән тыш, Башҡортостанда конституцион-хоҡуҡи фекерҙең үҫеш юлын, төрлө тарихи этаптарҙа хоҡуҡи нормаларҙың үҙгәреш процесын, аныҡ тарихи факттарҙы ла күрһәтә. Авторҙар китап халыҡтың хоҡуҡи кимәлен күтәрергә, Башҡортостан Конституцияһын төплөрәк аңларға ярҙам итәсәк, тип белдерә.