Бөгөн күрше республикалар етәкселәре Радий Хәбиров менән Рөстәм Миңлеханов Өфө дәүләт нефть техник университетында булды.
Унда беҙҙең нефть университеты менән Ҡазан милли тикшеренеү технология университеты, Ҡазан дәүләт энергетика университеты, Әлмәт дәүләт нефть институты һәм “Иннополис” университеттары араһында хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды.
“Өфө дәүләт нефть техник университеты ватан нефть сәнәғәте тармағын үҫтереүгә ҙур өлөш индерҙе, – тине Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов. – Нефть табыу һәм нефть химияһы Татарстан иҡтисадының нигеҙе булып тора. Был – бик ҡатмарлы, юғары технологиялы тамаҡ, ул ныҡлы әҙерләнгән белгестәр талап итә. Уртаҡ белем биреү проекттары, вуздар араһындағы хеҙмәттәшлек бөгөн ҙур әһәмиәткә эйә. Башҡортостанда нефть һәм газ өлкәһендә ғилми-белем биреү базаһы һәр ваҡыт юғары кимәлдә булды.
Әлеге мәлдә беҙ һеҙҙең эшләнмәләрегеҙҙе һәм белгестәрегеҙҙе йәлеп итеп, “ТАНЕКО”-ны үҫтерәбеҙ. Артабан да емешле хеҙмәттәшлек итәсәкбеҙ”.