Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Сибай ҡалаһына килде.
Ул тәүҙә халыҡ менән осрашты, бер төркөм әүҙем йәмәғәт эшмәкәрҙәренә Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
“Битараф булмауығыҙ, тырышлығығыҙ, талапсанлығығыҙ менән муниципаль һәм дәүләт органдарында хеҙмәт итеүселәрҙе үҙ эшенә яуаплы ҡарарға мәжбүр итәһегеҙ”, – тине Радий Фәрит улы.
Алдан хәбәр итеүебеҙсә, әле ҡалала Авструм Сибай ярыммарафонына старт бирелде, таш күтәреү буйынса республика чемпионаты үтә. Республика етәксеһе был сараларҙан да ситтә ҡалмаясаҡ.
Артабан Радий Хәбировтың эш сәфәре ҡаланың мәҙәниәт, мәғариф учреждениеларында, төҙөлөш объекттарында дауам итәсәк.