Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
30 Апрель 2019, 15:37

Бизнес даирәһе присяжныйҙар судына мохтажмы?

Рәсәйҙең Генераль прокуратураһы һәм Юғары суды ашығыс рәүештә иҡтисад өлкәһендәге енәйәттәрҙе тикшереү барышы тураһында отчеттар әҙерләй. Тиҙләтеүҙең сәбәбе шунда: Федераль Йыйылыш депутаттарына 2019 йылға Мөрәжәғәтнамәһендә Рәсәй Президенты Владимир Путин сираттағы тапҡыр эшҡыуарлыҡҡа баҫымды кәметеү тураһында иҫкә төшөрҙө.

Уның фекеренсә, “көслө иҡтисад тик эшҡыуарлыҡ торошона бәйле”. Һығымта бәхәсһеҙ, ул иң элек сәләмәт конкурентлыҡ шарттарында эш иткән, закондарҙы тайпылышһыҙ үтәгән, әҙәп-әхлаҡ нормаларын һанлаған эшҡыуарлыҡты күҙ уңында тота.

Әммә ватан эшҡыуарҙарына бындай дәрәжәгә етеү өсөн иң элек быуындар алмашыныуы, тимәк, оҙайлы ваҡыт кәрәк. Әлегә Рәсәйҙең яңы синыфы үҙен һынаған тармаҡта хоҡуҡи хәл торошо шәптән түгел, енәйәт эштәре күпләп ҡуҙғатылып, тәжрибә етешмәү сәбәпле уларҙы тикшереү йылдарға һуҙыла. Мәҫәлән, былтыр 300 меңләп енәйәт эше судтар ҡарауына процессуаль закон талаптарына ярашлы тапшырылмаған. Енәйәт яуаплылығына тарттырылған ҡайһы берәүҙәргә суд ултырышын өсәр йыл көтөргә тура килә. Шул уҡ ваҡытта Генераль прокуратурала Кремлдең ошо хәлде төҙәтеү буйынса күрһәтмәһен ҡыҫҡа ваҡытта атҡарыу өсөн мөмкинлектәр барлығына шикләнмәйҙәр.

Эшҡыуарлыҡ һәм унда законлылыҡ проблемаһы инде нисә йыл көн үҙәгенән төшмәй, һәм тармаҡҡа сәйәси, иҡтисади һ.б. баҫымды кәметеү зарурлығы хаҡында хәҙер ялҡау ғына һөйләмәй. Әммә бында “һауа торошо” әллә ни үҙгәрмәй, мәҫәлән, былтыр эшҡыуарҙарға ҡарата 230 меңдән ашыу енәйәт эше ҡуҙғатылған, йәғни һуңғы ун йылда уларҙың иҫәбе 40 меңгә генә аҙайған.
Читайте нас: