Яңыраҡ Башҡортостан Республикаһында Кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилдең балалар йорттарындағы көнкүреш шарттары, ғөмүмән, йәш быуындың хәле һәм тәртибенә ҡағылышлы мәғлүмәттәр менән танышырға тура килде.
Тормош-көнкүреш шарттары, нигеҙҙә, насар түгел, тигән дөйөм һығымта яһалыуға ҡарамаҫтан, Вәкил тарафынан ҡул ҡуйылған материалдарҙа хәүефле, йәмғиәтте биҙәмәгән, киреһенсә, мәртәбәһен төшөргән төшөнсәләр ҙә етерлек. “Әсә күңеле – балала, бала күңеле – далала” тигән әйтемде, киреһенсә, бала күңеле – әсәлә, әсә күңеле – далала, тип үҙгәртергә лә урын бар кеүек.
Башҡортостанда ике тиҫтәнән ашыу балалар йорто һаналып, уларҙа тәрбиәләнеүселәрҙең һәр унынсыһы ғына ата-әсәһеҙ, ҡалғандары иһә ата-әсәле социаль етемдәр. Хоҡуҡ һаҡлау, социаль ҡурсалау хеҙмәттәрендә иҫәптә имен булмаған меңдәрсә ғаилә тора, балаларын тәрбиәләүҙән ситләшкән ата-әсәнән алимент түләтеү ҙур мәшәҡәткә әүерелгән, ауыр хәлдә ҡалған балаларҙың хәлен даими белешеп тороу өсөн инспекторҙар етешмәй һ.б.
Хәлде яйға һалыу өсөн ниндәйҙер саралар күреләме? Вәкилдең мәғлүмәтендә был йәһәттән дәүләт тарафынан тормошҡа ашырылған саралар, мәҫәлән, патронат ғаиләләр, ғаилә балалар йорттары аталып, уларҙың иғтибарға лайыҡ күренеш булыуы, әммә ни өсөндөр ваҡытлы матбуғатта был тәжрибә хаҡында ыңғай фекерҙәр әйтелмәүе тураһында телгә алына. Тик ата-әсәле булып та, уларҙың тәрбиәһенән мәхрүм ҡалған балалар иҫәбе арта барғанда, бындай ысулдар менән генә ыңғай һөҙөмтәләргә өлгәшеү мөмкинме? Фәлсәфәүи тел менән әйткәндә, был эҙемтәләрҙе бөтөрөүгә төп иғтибар бүленеп, кире күренештәргә килтергән сәбәптәр күҙ уңынан ысҡындырылмаймы?