Аҫта, үҙәндә, арыҫландар алыша.
Хәтерегеҙҙәлер, Икенсе донъя һуғышы, ниһайәт, баҫылып, аҙ ғына ваҡыт үткәндән һуң “һалҡын һуғыш” тип аталған оҙайлы ғәләмәт башланғас, Көнбайыш менән Көнсығыштың йөҙгә-йөҙ килеүе Советтар Союзы һәм Америка Ҡушма Штаттары араһындағы сиге булмаҫ тартышҡа ҡайтып ҡалғайны. Ғәйәт ҙур ике дәүләттең көс һынашыуына ҡыҫылырға кемдең йөрәге етһен? Бүтәндәр тиңдәшһеҙ алышты ситтән, ҡан сәсрәмәҫ ерҙән, күҙәтеп кенә тороуҙы хуп күрҙе. Бейек тау үҙәнендә, бик аҫта, бер-береһен өҙгөләргә тырышҡан ике арыҫландың ажарланыуын сусаҡ башынан ғына күҙәтеп ултырыусы хәйләкәр маймыл образы ана шул СССР менән АҠШ хаттин ашып сәкәләшкән йылдарҙа хасил булғайны. Бындай аллегорияла, бәлки, дөрөҫлөк тә сағылыш тапҡандыр. Мут маймыл урынында Ҡытай, әлбиттә, үҙен күрҙе.
Тиң түгел кеше менән дуҫлашма
Әйткәндәй, Ҡытай, төрлө дәүерҙәрҙә ниндәй генә ҡеүәтле империялар рәүешендә йәшәп алмаһын, бүтән дәүләттәргә һис ҡасан да ҡорал менән баҫып инмәгән. Сик буйында килеп сыҡҡылай торған ваҡ-төйәк бәрелештәр Ҡытайҙың уҫаллығын дәлилләй алмай. Ғәйәт боронғо цивилизация бишеге булған был дәүләт һөнәр, оҫталыҡ, мәҙәниәт, тырышлыҡ менән алдырған. Ҡытай фәлсәфиәтенең нигеҙендә үҙ халҡын Ер йөҙөндә сауҙа, хәйләле, шул уҡ ваҡытта аҡыллы дипломатия, түҙемлек, көтә белеү юлы менән таратыу, нығытыу, мәңгеләштереү ята.
Дәүләттәр араһындағы мөнәсәбәттәрҙең хәҙер төп йүнәлешен, өҫтөнлөклө мәсьәләләрен һәм ҡайһы илдең ниндәй маҡсаттар менән йәшәүен иң зирәк аналитиктар ҙа өҙөп кенә әйтә алыуы ситен. Советтар Союзы тарҡалды, һыйынып йәшәүсе социалистик лагерь илдәре, ҡапыл өрккән турғайҙар шикелле, фыр осоп, һәр ҡайһыһы төрлө яҡҡа таралышты. Көнбайышта ла, шартлы рәүештә генә айырылған Көнсығышта ла дәүләттәр дөйөм алғанда, Ҡушма Штаттар, Рәсәй Федерацияһы тирәһендә өйкөмләшә. Тартыу көсөнә эйә булған голиафтарға бер нисә йыл элек Ҡытай Халыҡ Республикаһы ла ҡушылды. Ҡушылды тип әйтеү генә етмәй, ут күршебеҙ ошо өстаған араһында яндауыр урынына ла дәғүә итмәксе.
Мәғлүмдер, глобалләшеү ваҡытында бер генә дәүләт тә, хатта Америка менән Ҡытай ҙа тотошлай үҙаллы сәйәсәт менән һәм иле эсенә генә бикләнеп йәшәй алмай. Тоталь үҙаллылыҡҡа, йәғни үҙ көсөнә генә таянып йәшәүгә, Корея Халыҡ Демократик Республикаһы ынтылып ҡарағайны, әммә чучхе ла, хәҙерге заманда илде бүтән дәүләттәрҙән башкөллө айырылып йәшәү идеологияһы булараҡ, элекке йоғонтоһон юғалтты. Тормош Төньяҡ Кореяның еңмеш лидерҙарын да ситтән ярҙам һорарға мәжбүр итә. Мин-минлеге тауҙай, әммә биләп ятҡан ере ус аяһындай илгә тәкәбберлеген һис һиҙҙермәҫ, уны эсендә генә һаҡлар ҙур Ҡытай әлегәсә төп ярҙамды күрһәтеп килә. Ғөмүмән, үҙәндә пыр туҙыусы ике арыҫландың ҡыланышына сусаҡ түбәһендә ултырып хихылдаған маймыл образы хәҙер Ҡытайға йәп килмәй. Улай ғына ла түгел, был бөйөк дәүләт, илдәге реформалар авторы Дэн Слопиндың васыяттарына тоғро булып, иҡтисади һәм хәрби ҡеүәтен, ҡабаланмай-ҡарһаланмай, ифрат нығытып алды ла глобаль сәйәсәткә бик әүҙем ҡушылып китте.
Телевизорҙан күргән бер хәл хәтерҙә ҡалған. Ниндәйҙер бер мәсьәлә тураһында кәңәшләшеү өсөндөр инде, Европа дәүләттәренең башлыҡтары йыйылған. Ғәҙәттәгесә, АҠШ президенты Дональд Трамп та шунда. Фотоға төшөү ритуалын үтәү йөҙөнән, мәртәбәле ҡунаҡтар теҙелешә. Аҙға ғына һуңлаған Трамп, уның урталағы күнеккән урынына яңылыш килеп баҫҡан Словения премьер-министрын ситкә төртөп ебәрҙе. Теге меҫкен, башын эйеп, артҡы рәткә китте. Хужа иһә йылмая, ҡәнәғәт, йәнәһе, урыныңды бел, малай.
Бындай осраҡтарҙы күрәһең дә онотаһың, ләкин юғарғы сәйәсәттә, хатта кәртешкәгә төшөү мәлендә лә, мәғәнә һалынмаған хәлдәр булмай. Дональд, ярай, донъяла Америка гегемонлығын, йәғни етәксе көс икәнлеген, һаҡлап ҡалыу өсөн төрлө алымдарға бара. Ошондай быйтанлауҙың сәбәптәре нимәлә һәм уның ахыры ни менән бөтөр?
Етди аналитиктарҙың йыш ҡына тәҡрарлауынса, Америка ҡеүәтен юғалта бара һәм шул сәбәпле оло сәйәсәттә үҙен ололарса тотоу кәрәклеген онота. Европа Союзы дәүләттәренә, НАТО ағзаларына ультиматум рәүешендә талаптар ҡуйыуы Көнбайыштың АҠШ диктатынан ялҡыуы, океан аръяғынан килеүсе әмерҙәргә битараф мөнәсәбәте тураһында һөйләй. Англияның Европа Союзынан айырылыуы бойомға ашһа, Көнбайыш, ғөмүмән алғанда, тарҡалыуын туҡтата алмаясаҡ, ундағы дәүләттәр АҠШ-тан алыҫлаша барасаҡ. Өҫтәүенә, Американың баш ауыртыуын көсәйтеп, Рәсәй буй биргәндәй түгел, ҡырталаша, ә Ҡытай иһә шым ғына, ана ҡайһылай ҡеүәтләнеп өлгөргән. Ул һиңә хәҙер хихылдаған маймыл түгел, үҙе теләһә ниндәй януарҙың боғаҙынан алырҙай ата арыҫлан. Ошондай шарттарҙа иленең мәртәбәһен һаҡлап ҡалыу зарурлығын аңлаған башлыҡ уҙаҡташтар, ә иң яҡшыһы – союздаштар эҙләр ине.
Һуңғы йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы етәкселәре лә ҡарашын әле бер илгә, әле икенсе яҡҡа төбәй. Рус дәүләтенең нисәмә быуаттар дошманы булған Төркиә, газын, нефтен, ағасын, хатта эсәр һыуын йылға итеп ағыҙған Ҡытай… Ҡытай Халыҡ Республикаһы менән зарураттан яҡынлашыуыбыҙ Америка Ҡушма Штаттары ҡаршыһында яңғыҙ түгеллегебеҙҙе дәлилләү өсөн кәрәк булды. Океан аръяғындағы мин-минлекле эшмәкәрҙәр һәм аҫтыртын ут күршеләр бер-береһе менән сауҙала уртаҡ тел таба алмай зыу килгән саҡта, был хәл Рәсәй өсөн отошло ине. Әммә илебеҙҙең сәйәси етәкселәре халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙә дипломатияла ғәҙәтләнелгән әҙәпле йылмайыуҙы ихласлыҡ, хатта яҡынлыҡ тип яңылыша. Боронғолар: “Дуҫ битлеген кейгән дошман хәтәр”, – тип тиктомалға ғына әйтмәгән.
Һәр нәмәнең ахыры булған һымаҡ, Америка – Ҡытай араһындағы сауҙа һуғышы ла тамамлана. АҠШ-тың финанс министры Мнучин апрель уртаһында Пекин менән Вашингтондың төрлө талаптар һәм ташламаларҙы үҙ эсенә алған сауҙа договорын имзалауға яҡын булыуын белдерҙе. Ошоға ҡәҙәр АҠШ-ты Пекин Мәскәү менән өркөтә килде. Һәм бының һөҙөмтәһе лә бар ине. Договорға ҡул ҡуйылһа, Рәсәй сауҙа йәһәтенән уҙаҡташ һәм хатта сәйәси союздаш булараҡ Пекин өсөн әһәмиәтен юғалта.
Эштәр шул яҡҡа ауышмаҫ борон быйыл сентябрь айында үтәсәк Рәсәй – Ҡытай бизнес-форумына Мәскәүҙә әҙерлек башланғайны.
Сәләм, Вашингтон! Пока, Мәскәү!
Ҡытай сәйәсмәндәре һәм ғалимдары Америка – Ҡытай бәйләнештәрен ХХI быуаттағы иң мөһим элемтә тип баһаларға ярата. Тора-бара был бәйләнештәр, үҙәк ваҡиға булыуҙан үтеп, төп, донъя яҙмышын хәл итеүсе күренешкә әүерелде. Америка – Ҡытай мөнәсәбәттәренең ни рәүешле үҫеше Рәсәй тышҡы сәйәсәтенең киләсәгенә һәм Ер шарының төрлө тарафтарында йәшәүсе ҡәүемдәрҙең яҙмышына һис шикһеҙ йоғонто яһай.
Ҡытай коммунистар фирҡәһе менән Ҡушма Штаттар араһында уртаҡ тел табыу ихтималы компартияның 1949 йылда хакимлыҡҡа килеүенән алда уҡ төҫмөрләнгәйне. Мао Цзедун Вашингтон менән сикләнгән булһа ла хеҙмәттәшлек итеүгә подпольела саҡта уҡ ынтылған. Икенсе донъя һуғышы осоронда коммунистар Американан Ҡытайҙағы сәйәси һәм хәрби вәкилдәр менән даими элемтә тотҡан. Ҡытай коммунистар фирҡәһенең АҠШ-ҡа ҡарата шундай мөнәсәбәте һис тә ят тойолмаған. Компартия таяныс итеп алған сәйәси доктрина киң халыҡ массалары өсөн тәғәйенләнгән, сөнки Мао, ҡытай милләтсеһе булараҡ, коммунизмды илдең бөйөклөгөн тәьмин итеү ысулы тип кенә файҙаланған СССР-ға бәйле хәлдә булыуы Маоны ифрат борсоған һәм ул, уңайы сығыуы менән, ошо ирекһеҙлектән ҡотолған. Шулай итеп, Ҡытай етәкселегенең күп йүнәлештәге сәйәсәтте бойомға ашырыуға ынтылышы аңлашыла ла, тәбиғи ҙә.
Бик күп йылдар әүәлге Ҡытай буйынса тәжрибәле белгес-американдар, ә улар араһында хәрбиҙәр ҙә, ҡәҙимге граждандар ҙа бар, коммунистар менән уҙаҡташлыҡтың ихтимал булыуын күҙаллай килгән. Ҡытай Республикаһы президенты Чан Ҡайши йомшаҡ, һатылырға әҙер тора һәм абруйһыҙ. АҠШ-тан килә торған иҡтисади һәм хәрби ярҙам эҙһеҙ юғала. Шул уҡ ваҡытта Маоның Мәскәүҙең йоғонтоһонан ҡотолорға ынтылыуы көндән-көн асығыраҡ күренә.
Алғараҡ китеп фекер йөрөткәндә, Пекиндың АҠШ яғында Советтар Союзына ҡаршы коалицияға ҡушылыуы СССР өсөн оло тышҡы сәйәси һәләкәт булды. Ошо ваҡытта СССР менән КПСС “Өсөнсө донъялағы” байтаҡ милли-азатлыҡ хәрәкәттәренә йоғонтоһон юғалтты. Беҙҙең илгә Себер һәм Алыҫ Көнсығыш тайгаһында йөҙҙәрсә мең кешенән торған ғәскәр урынлаштырырға, уларҙың көнитмешен яйға һалырға тура килде. Ә был иҡтисадҡа ауыр йөк булып ятты. Афғанстандағы мөжәһидтәрҙе совет атыу ҡоралдары менән тәьмин итеүҙә төп ролде ҡытайҙар уйнаны. Унда совет авиацияһының зитына тейгән – американдарҙың маҡтаулы “Стингеры” түгел, ә совет лицензияһы менән Ҡытайҙа эшләнгән ҙур калибрлы ДЖКМ пулеметы булды.
Был юҫыҡта фекер ағышын өҙөп, шуны ғына өҫтәргә кәрәк. Ҡытай, Ҡушма Штаттар менән Рәсәйҙән ҡала, донъяла өсөнсө урында килеүсе хәрби һәм хәрби-сәнәғәти державаға әүерелде. Хәрби ҡеүәтенең ҡайһы бер өлөштәре буйынса ул Рәсәйҙе уҙып китте һәм был үҫештең сиге күренмәй. Мәскәү юғарыла телгә алынған Рәсәй бизнес-форумға етди әҙерлек алып бара, ләкин уға Ҡытайҙың етәксеһе Си Цзиньпиндың килмәүе ихтимал. Тимәк, Рәсәйгә элегерәк йыш килеп йөрөй торған лидерҙың юлына ҡар ятты. Көндәр йылытып ебәрһә, ул ҡар, бәлки, тиҙ генә иреп тә ҡуйыр?