Республиканың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары 30 майҙа үтәсәк пленар ултырышта Башҡортостан Башлығын һайлауҙы тәғәйенләү тураһында ҡарар ҡабул итәсәк.
Сараны 8 сентябргә тәғәйенләү күҙаллана.
Республиканың Һайлауҙар тураһындағы кодексының 10-сы статьяһына ярашлы, төбәк етәксеһе вәкәләттәре ваҡытынан алда туҡтатылған осраҡта, һайлауҙар сентябрҙең икенсе йәкшәмбеһендә үткәрелә.
“Башҡортостан Башлығы биш йылға һайлана. Был вазифаға кандидаттарға федераль закон тарафынан ҡуйылған талаптарға яуап биргән, утыҙ йәштән йәш булмаған Рәсәй Федерацияһы гражданы тәғәйенләнә. Һайлауҙар йәшерен тауыш биреү рәүешендә, һәр кем өсөн тигеҙ һәм тура һайлау хоҡуғы нигеҙендә үтә”, – тине парламент рәйесе Константин Толкачев.