Бөтә яңылыҡтар

Владимир Путин эшҡыуарҙарҙы ҡотланы

Ил етәксеһе Владимир Путин йүнселдәрҙе Рәсәй эшҡыуарлығы көнө менән тәбрикләне.

Ил етәксеһе йүнселдәрҙе Рәсәй эшҡыуарлығы көнө менән тәбрикләне.


Президенттың сығышында былай тиелә: “Ватан бизнесы вәкилдәрен Рәсәй эшҡыуарлығы көнө менән ҡотлайым. Улар илдең үҫешенә ҙур өлөш индерә. Эшҡыуарҙар дәүләтебеҙҙең киләсәге өсөн яуаплы икәнен, иҡтисадты күтәреүҙә төп кеше булыуын яҡшы аңлай. Улар эш урындары булдыра, хеҙмәт хаҡын күтәреүгә, тимәк, граждандарҙың табышын арттырыуға ныҡлы булышлыҡ ҡыла.


Рәсәй бизнесҡа ышана, уның һәр саҡ яуаплы буласағына иҫәп тота. Беҙ үҙ сиратыбыҙҙа эшҡыуарлыҡты үҫтереү шарттарын, мөмкинлектәрен киңәйтәсәкбеҙ. Бергә булғанда ғына көслөбөҙ, алға барасаҡбыҙ. Рәхмәт һеҙгә! Уңыштар теләйем!”
Читайте нас: