Бөтә яңылыҡтар

“Берҙәм Рәсәй”ҙәр алдан һайланы

Ял көндәрендә республикала “Берҙәм Рәсәй” партияһының алдан тауыш биреү көнө үтте.

Ял көндәрендә республикала “Берҙәм Рәсәй” партияһының алдан тауыш биреү көнө үтте.


Барлыҡ иҫәп участкалары ла эштәрен киске сәғәт 8-ҙә тамамланы. Халыҡ лайыҡлы тип тапҡан кандидаттар урындағы үҙидара органдарына, район һәм ҡала советтарына, Өфөнөң Октябрь районы һәм Нефтекама ҡалаһы буйынса Дәүләт Йыйылышына өҫтәмә һайлауҙарҙа ҡатнашасаҡ.


Алдан тауыш биреү 28 муниципаль берәмектә үтте. Уларҙа 144 мандат алмаштырыла. Һайлауға тауыш биреүселәрҙең 15 проценты килгән. Һөҙөмтәләр 28 майҙа билдәле буласаҡ.


Фото: “Берҙәм Рәсәй” сайтынан.
Читайте нас: