“Мосолман ойошмалары диндәр һәм милләттәр араһындағы бәйләнеште нығытыуға, ил халыҡтарын берләштереүгә тос өлөш индерә, традицион булмаған ағымдарға ҡаршы ҡыйыу сығыш яһай, мәрхәмәтлек, белем биреү сараларына ҙур иғтибар бүлә”, – тип билдәләне Рәсәй лидеры.
Владимир Путин мосолман өммәтенең ил тормошонда әүҙем ҡатнашыуын дауам итеренә, емешле эшмәкәрлеге менән ҡиммәтле тарихи, мәҙәни, рухи мираҫыбыҙҙы һаҡлауға булышлыҡ ҡылырына ышаныс белдерҙе.