Дәүләт етәксеһе Санкт-Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Әрмәнстандың премьер-министры Никол Пашинян менән осрашты.
“Рәсәй Әрмәнстандың төп сауҙа-иҡтисади партнеры булып тора. Ике миллиард самаһы тура инвестициялар, башҡа хеҙмәттәшлек төрҙәре ике аралағы ыңғай мөнәсәбәттәрҙең ныҡлығын дәлилләй”, – тине Владимир Путин.
Никол Пашинян Рәсәйҙән үҙҙәренә туристарҙың күпләп килә башлауын белдерҙе. “Был бик һөйөнөслө, – тине ул. – Ошондай күрһәткес иҡтисади ғына түгел, мәҙәни бәйләнештең дә нығыныуын дәлилләй”.