Бөгөн “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының төбәк бүлексәһе конференция үткәреп, сентябрҙә уҙасаҡ Башҡортостан Башлығы һайлауына үҙ кандидатын билдәләне.
Партия ағзалары республика етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбировты, Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаровты, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляевты һәм “Рәсәй терәге”нең төбәк бүлексәһе советы рәйесе Ләйсән Николаеваны кандидатлыҡҡа тәҡдим иткәйне.
Һөҙөмтәлә бер тауыштан Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров һайланды.
“Ышаныс белдергәнегеҙ өсөн барығыҙға ла ҙур рәхмәт. Ысынлап та, һайлау алды кампанияһы башлана. Юрий Гагариндың ракетаға ултырғас әйткәне кеүек, “Киттек!” тип әйтке килә. Киттек, коллегалар!” – тине Радий Фәрит улы.