Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
10 Июнь 2019, 21:30

Владимир Путин Татьяна Москалькованы ҡабул итте

Дәүләт етәксеһе Кеше хоҡуҡтары буйынса тулы хоҡуҡлы вәкил Татьяна Москалькова менән осрашты.

Фото: kremlin.ru
Фото: kremlin.ru
Дәүләт етәксеһе Кеше хоҡуҡтары буйынса тулы хоҡуҡлы вәкил Татьяна Москалькова менән осрашты.


Һөйләшеүҙә Рәсәй гражданлығын алыуҙа осраған проблемалар, ипотека алған ғаиләләргә һәм өлөшсөләргә ярҙам мәсьәләләре, енәйәт-процессуаль ҡануниәткә бәйле һорауҙар һ.б. ҡаралды. Омбудсмен дәүләт етәксеһенә журналист Иван Голуновтың эше тураһында ла мәғлүмәт бирҙе.


Татьяна Москалькова һүҙҙәренсә, быйыл халыҡтан 38 650 мөрәжәғәт алынған – былтырғыға ҡарағанда дүрт мең самаһына әҙерәк. Владимир Путинды айырыуса торлаҡ ҡануниәтенә бәйле һорауҙар ҡыҙыҡһындырҙы.


“Был өлкә буйынса мөрәжәғәттәр ҙә, белеүемсә, быйыл әҙерәк”, – тине ул.


Омбудсмен, ысынлап та, шулай булыуын, сөнки торлаҡ мәсьәләләрен хәл итеүгә йүнәлтелгән сараларҙың күбәйеүен, һөҙөмтәле эшләүен белдерҙе.


Милли проекттарҙы тормошҡа ашырыу ҙа быға үҙ өлөшөн индерәсәк.

Читайте нас: