Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
17 Июнь 2019, 12:17

Эшҡыуарлыҡ өсөн – акселерация программалары

Ошо көндәрҙә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин рәйеслегендә Инвестиция һәм эшҡыуарлыҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса проект офисының сираттағы ултырышы булды.

Ошо көндәрҙә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин рәйеслегендә Инвестиция һәм эшҡыуарлыҡ шарттарын яҡшыртыу буйынса проект офисының сираттағы ултырышы булды.


Республиканың иҡтисади үҫеш министрлығы ойошторған сарала Рәсәй төбәктәрендәге инвестиция шарттары торошоноң милли рейтингы һөҙөмтәләре тикшерелде. Проект офисы ағзалары 2018 йыл йомғаҡтары буйынса күрһәткестәрен түбәнәйткән йүнәлештәргә иғтибарҙы көсәйтергә ҡарар итте.


Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе вазифаһын башҡарыусы Римма Бойцова Башҡортостанда бәләкәй эшҡыуарлыҡ өсөн акселерация программаларын ғәмәлгә индерергә тәҡдим итте. Александр Сидякин федераль һәм төбәк кимәлендәге белгестәрҙе саҡырып, Проект офисының инновациялы эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә арналған күсмә ултырышын үткәререү зарурлығын билдәләне.


Фото БР Хөкүмәте сайтынан.
Читайте нас: