Бөгөн Башҡортостанға эш сәфәре менән Рәсәйҙең Хәүефһеҙлек советы секретары Николай Патрушев һәм Тышҡы разведка хеҙмәте директоры Сергей Нарышкин килде.
Аэропортта уларҙы республика етәксеһе Радий Хәбиров менән Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров ҡаршы алды.
Баш ҡалабыҙҙа Николай Патрушев һәм Сергей Нарышкин хәүефһеҙлек мәсьәләләре өсөн яуаплы юғары вәкилдәрҙең X халыҡ-ара осрашыуында ҡатнашасаҡ. Сара 18-20 июндә була.
Хәүефһеҙлек советтары секретарҙарының, милли хәүефһеҙлек буйынса вице-премьерҙарҙың, президенттар кәңәшселәренең һәм премьер-министрҙарҙың форумына йөҙ самаһы дәүләттән делегациялар килеүе көтөлә.