Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
21 Июнь 2019, 13:46

Кем иҫке ҡағиҙәләр буйынса хаҡлы ялға сығыр?

2020 йылға тиклем дәүләткә ҡарамаған шәхси фондтар менән пенсия алыу тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйған граждандарҙың иҫке шарттар буйынса хаҡлы ялға сығыуы ихтимал. Һүҙ – 55 йәшлек ҡатындар һәм 60 йәшлек ирҙәр тураһында. Ошо хаҡтағы закон проектын Рәсәй Дәүләт Думаһына ҡарауға тәҡдим итмәкселәр. Илдең Үҙәк банкында был фекерҙе хуплағандар.

2020 йылға тиклем дәүләткә ҡарамаған шәхси фондтар менән пенсия алыу тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйған граждандарҙың иҫке шарттар буйынса хаҡлы ялға сығыуы ихтимал. Һүҙ – 55 йәшлек ҡатындар һәм 60 йәшлек ирҙәр тураһында. Ошо хаҡтағы закон проектын Рәсәй Дәүләт Думаһына ҡарауға тәҡдим итмәкселәр. Илдең Үҙәк банкында был фекерҙе хуплағандар.


Быйыл килешеүгә ҡул ҡуй­ғандар ҙа ошо хоҡуҡтан фай­ҙа­лана аласаҡ. Закон проектына ярашлы, граждан үҙ теләге менән пенсия алыу йәшен “оҙайта ала”. Әммә был йәш ҡа­тындар өсөн – 60, ирҙәр өсөн 65-тән уҙырға тейеш түгел.


Дәүләткә ҡарамаған фондтан пенсия алыу тураһындағы килешеүгә ярашлы, граждандар хаҡлы ялға сығыу өсөн аҡсаны үҙ килеменән үҙаллы туплай. Был сумма кимәлен дә һәр кем үҙе билдәләй. Былтыр был системала ҡатна­шыу­сылар һаны 2,1 процентҡа, йәғни 6,1 миллион кешегә тиклем артҡан, тип хәбәр итә Рә­сәй Үҙәк банкы. Был граждан­дарҙың 40 процентының шәх­си килешеүҙәре бар, йәғни уларҙы өсөнсө яҡ – эш биреү­се – финансламай. Ҡалған­да­ры – корпоратив пенсия программаларында ҡатна­шыусылар.


Әле хаҡлы ялда эшләп йө­рөгәндәрҙең пенсияһы индексацияланмай. Уның артыуы пенсия системаһындағы шәхси иҫәптә теркәлеп бара. Был сум­маны белеү өсөн Рәсәй Пен­сия фондының рәсми сай­тындағы шәхси кабинетҡа инеп ҡарарға мөмкин. Унда пен­сияның ике күләме теркә­леп бара. Беренсеһе: әлеге ва­ҡытта түләнгәне, икенсеһе – индексациянан һуң буласаҡ сумма. Был мәғлүмәтте Рәсәй Пенсия фондының һәр бүлек­сә­һендә белергә мөмкин.


Бынан тыш, тағы бер закон проекты әҙерләнә. Уға ярашлы, пенсияның страховка өлө­шөн тәғәйенләгәндә совет осо­рондағы эш хаҡын иҫәпләү про­цедураһы ябай­лаш­ты­ры­ласаҡ. Әйткәндәй, пенсия­ның страховка өлөшө хеҙмәт стажы һәм Рәсәй Пенсия фондына түләүҙәр кимәлендә иҫәпләнә. Тимәк, эш хаҡы күберәк булған һайын пенсия ла артасаҡ.


2002 йылда илдә пенсияны мотлаҡ страховкалау башлан­ғайны. Ошо уҡ йылда Рәсәй Пенсия фондында эшләгән һәр кешегә иҫәп асҡайнылар. Өҫтәүенә эш биреүселәр һа­лым органдарына хеҙмәткәр­ҙәренең хеҙмәт стажы һәм страховка иғәнәләре тураһын­да мәғлүмәттәр тапшыра башланы. Әммә илдең Пенсия фонды һәр кемдең ошо осорға тиклемге, совет мәлендәге хеҙ­мәт стажынан бер нисек баш тарта алмай. Бындай граж­дандарға үҙҙәренә эшләгән йылдарын раҫлаған документ­тарҙы юлларға тура киләсәк. Бының өсөн хеҙмәт кенәгәһе һәм элекке эш урынынан 2002 йылдың 1 ғинуарына тиклем 60 ай дауамындағы уртаса хеҙмәт хаҡы тураһындағы белешмә кәрәк.


Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үткән быуаттың 90-сы йылдарында байтаҡ предприятиелар банкрот тип танылғайны һәм күптәр эш урынынан хатта документтарын алмай киткәйне. Бындай кешеләргә судҡа мөрәжәғәт итергә тура киләсәк.


Әйткәндәй, ил Президенты Владимир Путин менән тура бәйләнеш алдынан Рәсәйҙең Хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы үҙенең эш һөҙөмтәләренә “йомғаҡ яһай” һалды. Әммә был күрһәткестәр күңелдә ҡәнәғәтләнеү тойғоһо ҡалдырмай, киреһенсә, һорауҙар ғына тыуҙыра.


Тотош илдә пенсияның уртаса күләме 14,8 мең һум тәшкил иткән. Ә социаль пенсияның уртаса күләме ни бары 9,3 мең һум икән. Шуныһы ҡыҙыҡ: үрҙәге һандарҙы иҫәпләгәндә хоҡуҡ һаҡлау органдары, депутаттар һәм чиновниктарҙың юғары пенсия күләме лә иҫәпкә алынған. Әгәр уларҙың эш хаҡы менән пенсия күләмен сағыштырһаҡ, был сумма шикле кеүек күренә.


Әле илдә хаҡлы ялға сыҡҡандарҙың һәр бишенсеһе эшләүен дауам итә. Быға иң тәүҙә пенсия күләменең түбән булыуы сәбәпсе. Шуға быйыл Рәсәй бюджетына пенсияға төбәк социаль түләүҙәрҙе финанслау өсөн өҫтәмә рәүештә дүрт миллиард һум аҡса бүленеүе ихтимал. Ил Хөкүмәте бюджет тураһындағы законға ошондай үҙгәрештәр индерергә тәҡдим итә.
Читайте нас: