Башҡортостандың Үҙәк һайлау комиссияһына Башҡортостан Башлығы вазифаһына тағы ике кандидат документтарын тапшырҙы.
“Социаль яҡлау” сәйәси партияһынан 33 йәшлек Алексей Молокин. Өфөлә йәшәй, урта белемле һәм ошо партияның Башҡортостан бүлексәһенең совет рәйесе булып эшләй.
“Рәсәй социалистик партияһы” сәйәси партияһынан 53 йәшлек Рәмилә Сәйетова. Юғары белемле, Өфөлә йәшәй, шәхси юридик эшмәкәрлек менән шөғөлләнә.
Фотолар: “Башинформ” сайтынан.