Ришүәтселеккә ҡаршы көрәш көсәйәсәк, уның буйынса бөтә енәйәт эштәре аҙағына еткереләсәк.
Был хаҡта Рәсәй Президенты Владимир Путин “тура бәйләнеш” мәлендә белдерҙе.
“Мин был тәртипһеҙлекте бөтөрөү өсөн ҙур яуаплылыҡ тоям. Әгәр беҙ енәйәтселек менән көрәшәбеҙ икән, уны аҙағына тиклем еткерергә, асыҡ рәүештә алып барырға тейешбеҙ”, – тине Рәсәй лидеры.
Ил етәксеһе ришүәтселеккә ҡаршы көрәш компромисһыҙ барасағын белдерҙе. “Рәсәйҙә коррупцияға бәйле енәйәттәр кәмей. Бының сәбәбе – эҙмә-эҙлекле эшләүҙә, ике арала килешеүгә юл ҡуймауҙа. Артабан да шулай буласаҡ”, – тине Президент.