Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
1 Июль 2019, 00:30

Владимир Путин – Иркутск өлкәһендә

Рәсәй Президенты ташҡындан зыян күргән Иркутск өлкәһендә булды.

Фото: kremlin.ru
Рәсәй етәксеһе ташҡындан зыян күргән Иркутск өлкәһендә булды.


Ул бында ҡаза эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса оператив кәңәшмә үткәрҙе. Сарала урындағы власть органдары вәкилдәре һәм федераль ведомстволар етәкселәре ҡатнашты.


Билдәле булыуынса, Иркутск өлкәһендә ташҡын ҡойма ямғырҙар сәбәпле башланды, унда ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде.


Оператив кәңәшмәлә Владимир Путин ҡазанан зыян күргән халыҡҡа ярҙам сараларын билдәләне, һәр пункт буйынса аныҡ һәм тиҙ эш алып барырға ҡушты, илдең оборона министрлығына төбәккә булышлыҡ ҡылыу өсөн армия йәлеп итергә ҡушты.


“Мин ҡуйған бурыстар теүәл үтәлергә, унда властың барлыҡ кимәлдәре берҙәм ҡатнашырға тейеш.”, – тине Владимир Путин.