Рәсәй башлығы 4 июлдә Италияға барасаҡ.
Рәсми сәфәрҙә урындағы президент Серджо Маттарелла һәм Министрҙар советы рәйесе Джузеппе Конте менән осрашыу планлаштырылған.
Етәкселәр Рәсәй һәм Италия араһында сәйәсәт, сауҙа-иҡтисад, мәҙәни-гуманитар йәһәттән хеҙмәттәшлектең төп мәсьәләләре, шулай уҡ көн үҙәгендә торған халыҡ-ара, төбәк темалары хаҡында фекер алышасаҡ.
Владимир Путин менән Джузеппе Конте Рәсәй-Италия граждандар йәмғиәте форум-диалогында ҡатнашыуы көтөлә.
Бынан тыш, ил башлығы Ватиканға барасаҡ.