Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
6 Июль 2019, 21:03

Владимир Путин Нурсолтан Назарбаевты ҡотланы

Бөгөн Нурсолтан Назарбаевҡа 79 йәш тулды. Ошо уңайҙан Рәсәй етәксеһе Ҡаҙағстандың элекке башлығын телефондан шылтыратып ҡотланы.

Фото: yandex.ru
Бөгөн Нурсолтан Назарбаевҡа 79 йәш тулды. Ошо уңайҙан Рәсәй етәксеһе Ҡаҙағстандың элекке башлығын телефондан шылтыратып ҡотланы.
Владимир Путин Нурсолтан Назарбаевҡа тәбрикләү телеграммаһы ла ебәрҙе.
“Был тыуған көнөгөҙҙө милләттең лидеры, Юғары Евразия иҡтисади советының почетлы рәйесе булараҡ ҡаршыланығыҙ. Һеҙҙең бай тәжрибәгеҙ, сәйәси аҡылығыҙ, ҙур белемегеҙ киләсәктә лә беҙҙең ике дәүләт араһындағы стратегик партнерлыҡ мөнәсәбәттәрен үҫтереүгә, хеҙмәттәшлекте киңәйтеүгә тос өлөш индерер тип ышанам”, – тиелә Владимир Путиндың ҡотлау телеграммаһында.