Алкоэнергетиктар етештереү һәм һатыуға беҙҙең илдә быйылғы 1 ғинуарҙан сикләү индерелгәйне. Сәбәбе билдәле: алкоголь һәм уға энергетик ҡушылма халыҡтың һаулығына насар тәьҫир итә башланы. Ә Европа быны фсауҙа итеүҙә яһалма кәртә тыуҙырыу тип ҡабул итә. “Һуңғы осорҙа алкоголдең, тәмәкенең граждандар һаулығына кире йоғонтоһон кәметеү өсөн байтаҡ саралар күрелде, шуға күрә алкоэнергетиктарҙы йәнә һата башлау артҡа табан аҙым булыр ине”, – ти парламент етәксеһе.