Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
18 Июль 2019, 18:25

Фатир буйлап йөрөйәсәктәр

Һайлаусыларҙың исемлеге тикшереләсәк, һайлауҙа ҡатнашырға саҡырыу ҡағыҙҙары тапшырыласаҡ.

Фото: kuibushevsku.ikro.ru
Фото: kuibushevsku.ikro.ru
Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһының 103-сө ултырышында хәл иткес тауышҡа эйә булған һайлау участкалары ағзалары ике этапта – 19 августан 29 авгусҡа тиклем һәм 29 августан 5 сентябргә тиклем граждандарҙы һайлауға саҡырып йорт-фатирҙар буйлап йөрөп сығасаҡ.
Был сара барышында улар һайлаусыларҙың исемлектәрен тикшерәсәк, 8 сентябрҙә уҙасаҡ һайлауҙа ҡатнашырға саҡырыу ҡағыҙҙары тапшырасаҡ.
Читайте нас: