Ил Президенты Владимир Путин Рәсәй һәм Белоруссия төбәктәренең VI форумында ҡатнашты һәм сығыш яһаны.
Быйылғы форумдың темаһы – төбәк-ара бәйләнештәрҙең ике ил халыҡтарының берҙәм мәҙәни һәм гуманитар киңлеген билдәләүҙәге нигеҙе.
Сарала Рәсәйҙең 70 һәм Белоруссияның барлыҡ төбәктәре, шулай уҡ ике ил парламентының юғары палаталары вәкилдәре ҡатнашты.