Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
21 Июль 2019, 22:35

Төркмәнстан етәксеһе вафат

Ул дәүләткә 2006 йылдан етәкселек итә ине....

Фото: ua.interfax.com.ua
Фото: ua.interfax.com.ua
Төркмәнстан президенты Гурбангулы Бердымөхәммәтов вафат. Был турала Евразия проблемалары мониторингы үҙәге директоры Руслан Рубаев һүҙҙәренә нигеҙләнеп, “Эхо Москвы” белдерә.
Президент 15 июлдән отпускка киткән. Кисә иһә вафат булған.
Гурбангулы Бердымөхәммәтов 1957 йылдың 29 июнендә Төркмәнстандың Ашхабад өлкәһе Геок-Тепин районында тыуған. Дәүләткә 2006 йылдың аҙағында етәкселек итә башлай.
Ул үҙенсәлекле шөғөлдәре менән билдәле ине. Дәүләт башлығы булараҡ, генералдарҙы атырға, бысаҡ һелтәргә өйрәткән, гитарала, пианинола уйнаған, ат сабыштарында ҡатнашҡан, автомобилдә төрлө боролоштар яһарға яратҡан, хатта рэп уҡыған.
Читайте нас: