Бөтә яңылыҡтар
Сәйәсәт һәм хоҡуҡ
26 Июль 2019, 12:29

Хоҡуғыбыҙҙан баш тартмайыҡ

Иң әһәмиәтле көндәрҙең береһе – Башҡортостан Республикаһы етәксеһен һайлау көнө яҡынлаша. Был сара һәммәбеҙ өсөн дә ысын мәғәнәһендә гражданлыҡ бурысын үтәү, йәғни илебеҙҙә һәм республикабыҙҙа бу­ласаҡ үҙгәрештәргә үҙ ҡа­рашыбыҙҙы белдереү, ки­ләсәккә булған өмөт­тә­ре­беҙҙе, хоҡуҡтарыбыҙҙы яҡлап сығыу мөмкинлеге булып тора.

Уға ҙур шикләнеү менән ҡараған, ғәҙеллеккә ышанмаған кешеләрҙе лә республика яҙмышына битараф булмаҫҡа һәм, һис шикһеҙ, һайлауҙа ҡатнашып, үҙенең гражданлыҡ позицияһын белдерергә саҡырам. Өйҙә ҡалып йәки башҡа эштәр менән мәшғүл булып, һәр беребеҙ өсөн дә әһәмиәтле саранан ситтә ҡалмайыҡ! Әлбиттә, һайлауҙа ҡатнашыу – ҙур яуаплылыҡ. Фәҡәт үҙ ҡарашыңды белдереп, мәнфәғәтеңде яҡлап, халҡың менән бер көндә ҡарар ҡылыу – ҙур, мөһим эш. Сараға бармай ғына, ышанысһыҙлығын ситтән, һүҙҙә генә белдерергә теләгәндәрҙе лә әйҙәйем: фекерегеҙ ниндәй генә булмаһын, һайлауҙа үҙ тауышыңды бирергә тейешһең! Дөрөҫ ҡарарға килеп, үҙ тауышыңды биреү – илдең тулы хоҡуҡлы гражданының бурысы. Хоҡуҡтарыбыҙҙан баш тартмайыҡ, ҡулдан килгәнде башҡарайыҡ, хөрмәтле яҡташтар!
Читайте нас: